Йәмғиәт
13 Сентября 2019, 20:18

Бына һиңә сюрприз!

Әлбиттә, икмәкте кире магазинға илтергә тура килгән. Һатыусылар үҙ күҙенә үҙҙәре ышанмаған.

Фото: Иван Степанов.Фото: Иван Степанов.
Фото: Иван Степанов.
Дөйөм туҡланыу селтәре көтөлмәгән сюрприздары менән шаҡ ҡатыра. Ышанаһығыҙмы, юҡмы: Чехов ҡалаһында йәшәгән бер ир магазиндан хуш еҫле икмәк урынына һауыт-һаба йыуғысы ҡушылғанды һатып ала.


Бындай ғәжәп батонды “Русский хлеб” предприятиеһы етештергән. Әлбиттә, уны кире магазинға илтергә тура килгән. Һатыусылар үҙ күҙенә үҙҙәре ышанмаған.


Унан алда Рәсәй сифат системаһы илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә икмәк сифатын тикшергәйне. Тәртип боҙоуҙарҙың күбеһе Үҙәк округта билдәләнгән, айырыуса Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә дәғүәләр күп.


Беҙҙә, шөкөр, икмәк тәмле, бындай ғәжәп хәлдәр әлегә күҙәтелгәне юҡ.
Читайте нас