Үҙ балаһын язалап йәшәткән ата-әсәне нисек атарға? Ете йәшлек улдарын даими туҡмаған, тәнен зажигалка менән өткән, эт кеүек бәйләп тотҡан ғаилә ағзаларын атай-әсәй тип атап буламы?
Воронеж өлкәһендә йәшәгән ир менән ҡатын йылдар дауамында асыуҙарын балаһынан алған. Тәүге енәйәттәре малайға биш йәш тулғанда асыҡланған. Баланың ҡулдарын карауатҡа бәйләп тотҡандар. Тик, ни өсөндөр, ул саҡта ата-әсәгә тейешле язаһын бирмәгәндәр.
Ете йәше тулғанда уға ҡарата ҡылынған енәйәт билдәле булған. Хәҙер бала ҡоллоҡтан ҡотолған, уны социаль приютҡа урынлаштырғандар. Ата-әсәнең вәхшилеген оноттороу, бала күңеленән юйыу өсөн күпме ваҡыт, күпме көс кәрәк булыр? Үкенескә ҡаршы, быны бер кем дә әйтә алмай.
24 йәшлек әсәгә һәм 29 йәшлек атайға енәйәт эше ҡуҙғатылған.