Июлдә муйынына сип таҡҡан малайҙың магазинға барыуы, ныҡ асыҡҡанлығын белдереүе, уны ошо ысул менән атаһы менән үгәй әсәһе "тәрбиәләүе" хаҡында хәбәр иткәйнек.
Был хәл Кубандә булған. Үҙ әсәһе менән ун йәшлек Тихонға алты йыл осрашырға бирмәгәндәр, ул атаһының яңы ғаиләһендә йәшәгән. Бәғерһеҙ әҙәм баланы туҡмаған, ас тотҡан, сипләп тә ҡуйған.
Бөтә Рәсәйгә шаулаған хәлдән һуң малайҙы реабилитация үҙәгенә оҙатҡандар, ҡанһыҙ атаһына ҡаршы эш асҡандар.
Кисә мәғлүм булыуынса, әле Тихонды үҙ әсәһе реабилитация үҙәгенән барып алған. Киләсәктә ул уның менән бергә йәшәйәсәк.
Оҙаҡ йылдар балаһы өсөн көрәшкән әсә бик шат.
“Йәшәргә, шатланырға теләйбеҙ. Проблемалар килеп сыҡһа, үҙ яйына хәл ителер”, – тигән ул.