Йәмғиәт
14 Сентября 2019, 15:07

Йоланы атҡарҙығыҙмы?

Совет осоронда барлыҡҡа килгән көҙ миҙгелендә бәрәңге алыу йолаһына тоғро ҡалып, беҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайттыҡ. Бәрәңге уңған, Аллаға шөкөр! Муллыҡ мәле менән ҡотлап, гәзит уҡыусыларға бер шиғыр.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.

Совет осоронда барлыҡҡа килгән көҙ миҙгелендә бәрәңге алыу йолаһына тоғро ҡалып, беҙ ҙә тыуған яҡҡа ҡайттыҡ.


Бәрәңге уңған, Аллаға шөкөр!


Муллыҡ мәле менән ҡотлап, гәзит уҡыусыларға бер шиғыр.
* * *

Мин бәрәңге алам.

Кесе улым

Гөр-гөр килә бына эргәлә.

Ер көсөмдө ала, бәлки, бирә,

Һырлы маңлайымдан тир бәрә.


Ниндәй бәхет: тыуған төйәгемдә

Баҫып торам ҡарап күктәргә.

Күсмә ҡоштар ошо ерҙең моңон

Ҡанатында бейек күтәргән.


Сыуаҡ көҙҙөң аяҙ иртәләре

Йөрәгемә йырҙай ҡағыла.

Ырҙын табағына муллыҡ өҫтәү –

Боронғонан килгән бер йола.


Ҡара тупраҡ еҫе һеңгән һауа

Күҙәнәккә тула көс булып.

Йөрәгеңдә ҡалһын, улым, был көн

Ерҙе яраттырған хис булып.
Читайте нас