Бүздәк районының Шығайкүлбаш ауылы халҡын иртән тетрәндергес хәбәр шаҡ ҡатырҙы.
Йортонда 35 йәшлек хужабикә менән уның ҡарт әсәһенең кәүҙәһе табылған. Өҫтәүенә йортта фажиғә ҡылынған ваҡытта һигеҙ айлыҡ бала ла булған. Шөкөр, ул иҫән, кеше ғүмерҙәрен ҡыйған әҙәмдең балаға ҡулы күтәрелмәгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре йорт янында балта, араҡы, колбаса ла тапҡан. Урында йәшәүселәр белдереүенсә, фажиғә булған көндә был йортҡа ҡунаҡҡа ҡатындың элекке ире килгән. Уның һигеҙ айлыҡ әлеге баланың атаһы икәне асыҡланған.
Сабый приютҡа оҙатылған, уның башҡа туғандары юҡ. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, енәйәт эше ҡуҙғатылған.