Санкт-Петербург ҡалаһы янындағы торлаҡ йорттар ихатаһында Башҡортостандан бер үҫмерҙең кәүҙәһе табылған.
Уға 16 йәш булған, газонда ятҡан. Егеттең тәнендә көсләнгән, туҡмалған эҙҙәр күҙәтелмәгән.
Мәрхүмдең Күмертау ҡалаһынан булыуы асыҡланған. Әле уның кәүҙәһен моргҡа оҙатҡандар. Эксперттар үлем сәбәптәрен билдәләй.