Биш ҡыҙыҡай һәм ике малай ҡара йыланға таяҡ менән төртөп уйнай. Был хәл Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһы эргәһендәге күл буйында була.
Ярай әле быны бер ир күреп ҡала. Кире осраҡта уйындың фажиғә менән тамамланыуы ла бар ине.
"Йылан балаларға ҡарай һикерә ине, әммә мин уны тотоп өлгөрҙөм", – тигән был ерҙән осраҡлы рәүештә генә үтеп барған ҡотҡарыусы.
Йыландарҙың йорт эсенә ингән осраҡтар ҙа бар. Шуға ла өй тирәһендәге тишек-тошоҡто бөтәштереү хәстәрен күрергә кәрәк. Ҡороған үләнде, япраҡтарҙы йыйып йорттан ҡырҙараҡ яндырыу ҙа мөһим – йыландар тап шундай урындарҙы үҙ итә.