Йәмғиәт
15 Сентября 2019, 16:33

Үлтергәс, селфи яһаған, етмәһә, маҡтанып йөрөгән...

Ресторанда ла, полицияның дежур бүлегендә лә танмайынса барыһын да күрһәтеп һөйләп биргән.

Фото: u-f.ruФото: u-f.ru
Фото: u-f.ru
Шундай ҙа ҡанһыҙ кешеләр була. Воркутала ике кешене үлтергән һәм бер ҡорбаны эргәһендә селфи эшләгән вәхшиҙе төрмәгә ултыртҡандар.


Бер төркөм ирҙәр йыйылып кәйеф-сафа ҡорған. Уның барышында низағлашып китеп, береһе икенсеһенә 13 тапҡыр сәнскән. Ошонан һуң мәйеткә бысағын ҡаҙап фотоға төшкән, фатирҙан телефон һәм көнкүреш техникаһын алған.


Енәйәтсе артабан такси менән Воркуталағы ресторандарҙың береһенә йүнәлгән. Юл ыңғайы осраҡлы үткенсе менән эләгешеп китеп, уны ла сәнсеп үлтергән. Сираттағы ҡорбанының кеҫәһенән телефон, аҡса, тәмәке алған.


Артабан вәхши ресторанға ингән. Эсеп алып кешеләргә мәйет эргәһендә төшкән фотоһын күрһәтә башлаған, шау-шыу ойошторған. Ахыры, ресторан хеҙмәткәрҙәре полиция саҡырған.


Дежур бүлеккә килгәс, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең кеҫәһенән төшкән телефонда мәйет фотоһын күреп ҡалған. Вәхши ике кешене үлтергәнен, уғрылыҡ осраҡтарын танмаған.


Яңыраҡ енәйәтсегә суд булып, уны 20 йылға рәшәткә артына оҙатҡандар.
Читайте нас