Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2019, 16:39

Октябрь ниндәй буласаҡ?

Шулай итеп, әбейҙәр сыуағы тамамлана. Иртәгәнән ямғырҙар башлана һәм һауа температураһы төшә башлай. Ә көҙҙөң икенсе айы октябрь быйыл нисек булыр икән? Синоптиктарҙың яуабы бар.

Фото: i.pinimg.com
Фото: i.pinimg.com
Шулай итеп, әбейҙәр сыуағы тамамлана. Иртәгәнән ямғырҙар башлана һәм һауа температураһы төшә башлай. Ә көҙҙөң икенсе айы октябрь быйыл нисек булыр икән? Синоптиктарҙың яуабы бар.
Юҡ, быйыл октябрь әллә ни йылы көндәр менән ҡыуандырмаясаҡ. Уның башлыса болотло һәм ямғырлы булыуы көтөлә. Көндөҙ – 9-10, төндәрен 4-5 градус йылы буласаҡ.
20-ләренән һуң нығыраҡ һыуытасаҡ. Көндөҙ ни бары +4 булһа, төндәрен минусҡа сығасаҡ. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 29 октябрҙә тәүге ҡар япмаһы ятасаҡ.
Тышта һыуыҡ булһа ла, өйҙә йылы булһын, тип теләйек.
Читайте нас