ОСАГО тарифтарын иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәндән һуң, аварияға эләкмәйенсә йөрөгән водителдәр өсөн полис хаҡының өс-дүрт тапҡыр кәметелеүе ихтимал. Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев Мәскәү финанс форумында шундай фараздар килтергән.
“Яңы тарификацияны дөрөҫ ҡулланған осраҡта, полис хаҡының һиҙелерлек кәмеүе мөмкин, әммә һәр кем өсөн түгел. Бында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүсе, хәрәкәттә ҡатнашҡан башҡа кешеләр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмаусы һәм аварияға юлыҡмайынса йөрөүсе шоферҙар тураһында һүҙ бара”, – тигән Моисеев.
Тарифтарҙы иҫәпләгәндә йөрөтөү характеристикаларын, машина хужаһының юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтары һәм авария ваҡытында ОСАГО түләүҙәре бармы-юҡмы икәнлеген иҫәпкә аласаҡтар.
ОСАГО өлкәһен реформалаштырыуҙың беренсе этабы 2019 йылдың ғинуарында башланды. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан – территория коэффициентын, ә 2020 йылдың 1 октябренән егәрлек коэффициентын ғәмәлдән сығарыу күҙ уңында тотола башлаған. Тимәк, аварияһыҙ йөрөгәндәр күпкә отасаҡ.