Мәғлүм булыуынса, төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эшен алып барған тәфтишсе хеҙмәт урынынан киткән. Тап ул йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырған ваҡиғаны судҡа алып барып еткергән.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты был хәл буйынса әлегә рәсми мәғлүмәт бирмәгән. Тап Өфө тәфтишсеһе әҙерләгән материалдар икенсе ай баш ҡаланың Киров районы судында ҡарала. Ғәйепләнеүселәрҙең адвокаттары әйтеүенсә, судта ғәйепләүсенән һорау алынған, күптән түгел был эш шаһиттар менән дә башланған.
Унан алда тәүтикшереүсе ҡыҙ үҙен көсләгән ирҙәрҙән бығаса әйткән 100 миллион һум түгел, ә 300 миллион һум компенсация талап итеүем ихтимал, тип белдергәйне.
Мәғлүм булыуынса, өс ир, ошо ваҡиғаға тиклем юғары вазифалар биләгән полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев, Салауат Ғәлиев, Павел Яромчук, былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәүтикшереүсе ҡыҙ ҙа хеҙмәт урынынан китте.