Йәмғиәт
16 Сентября 2019, 12:51

Ете ғаилә өй туйлай

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә дөйөм күләме 7,4 миллион һумлыҡ таныҡлыҡ тапшырҙы.

Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенәнРадий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән
Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән
Белорет районы хакимиәтендә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүгә хоҡуҡ биргән таныҡлыҡ тапшырылды. Был сара “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан, уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә дөйөм күләме 7,4 миллион һумлыҡ таныҡлыҡ тапшырҙы. Социаль түләүҙең дәүмәле ғаилә ағзалары һанына һәм бер квадрат метр торлаҡтың баҙарҙағы уртаса хаҡына бәйле. Программа нигеҙендә күп балалы ете ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.
Илгиз Теләүбаев ғаиләләрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, яңы йортта бәхетле ғүмер теләне.
Читайте нас