Йәмғиәт
16 Сентября 2019, 17:26

Әсәйегеҙгә үпкәләр инегеҙме?

"Әсәйем электән апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бала саҡтан бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡара..."

Фото: econet.uaФото: econet.ua
Фото: econet.ua
Ғәҙәттә, килен менән ҡәйнә араһында төрлө сетерекле хәлдәр булыусан. Әммә тормошта ғаиләнең башҡа ағзалары араһында ла һүҙгә килешеү, низағ осраҡтары осрамай тормай. Юҡ ҡына һүҙгә үпкәләшеп, йылдар буйы аралашмаған әсәй менән ҡыҙҙар ҙа бар.
Йәше ҡырҡҡа яҡынлаған Рәсимә ике йыл самаһы әсәһе менән һөйләшмәй ҙә, бер Өфөлә йәшәп, янына бармай ҙа. Нимәгә үпкәләгән, ни сәбәпле низағ сыҡҡан тиһегеҙме? Әсәһе телефонына апаһы Вәсиләне “Ҡыҙым” тип, ә Рәсимәне исеме менән яҙған.
“Шуның өсөн генә кеше үпкәләйме?“ тип аптырайым. Рәсимә ярһып һөйләп алып китте:
“Улай ғына түгел шул, әсәйем электән апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бала саҡтан бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡара. Атайым менән ғаилә тормошо килеп сыҡмауҙа мине ғәйепле һанаған кеүек. Гел ҡыйырһытыуы арҡаһында күңелемдә ниндәйҙер көйөк ҡалған...”
Ә бит психологтар тап ана шундай үпкә-рәнйештәр кешенең үҫешенә, яулайһы уңыштарына, бәхетле тормошона кәртә булып тора тип һанай. Асыуҙан ауырыу тыуа, тип тә тиккә әйтмәгәндәр.
Ә һеҙ әлеге кеүек осраҡта донъялағы иң ғәзиз кешегеҙгә – әсәйегеҙгә үпкәләр инегеҙме?
Читайте нас