Йәмғиәт
16 Сентября 2019, 18:01

"Тормошомдоң асылы – балаларым", – тигәйне Анастасия

Иң бәләкәйенә әле бер йәш тә юҡ бит...

Фото: funlet.ruФото: funlet.ru
Фото: funlet.ru
Был минуттарҙа сәхнә йондоҙоноң яҡындары, туғандары уның сәләмәтлеге өсөн доға ҡыла.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Анастасия Заворотнюк баш мейеһе шешеүе сәбәпле дауаханала ята. Актрисаның ауырыуы балалары – улы һәм ике ҡыҙы – өсөн айырыуса ҙур ҡайғы. Иң бәләкәйенә әле бер йәш тә юҡ.


Кесе балаһын тапҡандан һуң бер нисә ай уҙғас, актриса спектаклдәрҙә ҡатнаша башлай. Әммә тиҙҙән сәхнәлә лә, төрлө күңел асыу сараларында ла күренмәй. Билдәле булыуынса, шул осорҙан Анастасия өсөн борсолоу башланды, интернет селтәрендә хәбәрҙәр күбәйҙе.
Эйе, миллионлаған кеше борсола. Иң ауыры, әлбиттә, уның балаларына.


«Күп кенә актрисалар бала тапмай, был карьераға ҡамасаулай, тип уйлайҙар. Ә минең өсөн балаларым һәр саҡ мөһим булды. Шәхси бәхеттән дә, карьеранан да мөһим. Тормошомдоң асылы – балаларым», – тигәйне бер ваҡыт Анастасия. Уға шәбәйеп аяҡҡа баҫыуын теләйек.
Читайте нас