Йәмғиәт
17 Сентября 2019, 13:29

Бирғәлин – берҙән-бер кандидат

Бөгөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының Өфөлә үткән сираттағы ултырышында ойошманың рәйесе вазифаһына кандидаттар күрһәтелде.

Фото: "Башинформ" МА.Фото: "Башинформ" МА.
Фото: "Башинформ" МА.
Бөгөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының Өфөлә үткән сираттағы ултырышында ойошманың рәйесе вазифаһына кандидаттар күрһәтелде.
Сарала Рәсәй Мөфтөйҙәре советы һәм Рәсәй Мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Аббасов һәм республика Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә күпселек тауыш менән республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе вазифаһына кандидатлыҡҡа әлеге ваҡытта ошо вазифаны башҡарыусы Айнур Бирғәлин тәҡдим ителде.
16 октябрҙә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының һигеҙенсе съезы үтә. Уның делегаттарына яңы рәйесте һайлау тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас