Йәмғиәт
17 Сентября 2019, 12:42

Биш көн буйы нимә кисергәндер ул бала?..

Яңауыл ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл турһында хәбәр иткәйнек инде. Алты йәшлек бала биш көн буйына үлгән әсәһе янында ултырған. Әле был ваҡиғаға бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерелде.

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102
Яңауыл ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл турһында хәбәр иткәйнек инде. Алты йәшлек бала биш көн буйына үлгән әсәһе янында ултырған. Әле был ваҡиғаға бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерелде.
Яңауылда был осраҡ буйынса ғаилә сәйәсәте буйынса координация советының ашығыс кәңәшмәһе булған. Был турала район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
“Азин урамында, үҙенең фатирында 44 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылды. Уның янында оҙайлы ваҡыт алты йәшлек балаһы ла булған. Иң беренсе малайҙы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре эҙләй башлай. Улар 30 августан бирле ҡатынға шылтыратып, бәйләнешкә инә алмайҙар. Фатирына ла инеп булмай: ишек бикле, бер кем дә яуап бирмәй. Эҙләй торғас, ҡатындың әхирәтен табалар, унда фатирҙың асҡысы булыуы асыҡлана. Ишекте асҡас, ул ҡот осҡос күренешкә тарый: ҡатын үле була, кәүҙәһе серей башлаған. Ә баланың хәле үтә ауыр, ул аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылған. Бәлки, бала тәүҙә әсәһе йоҡлай тип уйлағандыр. Ә аҙаҡ ни ҙә булһа эшләргә хәле ҡалмағандыр. Алты йәшлек малайҙың нимә кисереүен уйлап ҡарауы ла ҡурҡыныс”, – тип яҙа ул.
Малайҙы шунда уҡ реанимация бүлегенә һалалар, әле Республика балалар клиник дауаханаһына күсереү мәсьәләһе хәл ителә.
Әйткәндәй, ғаилә имен һанала, иҫәптә тормай. Бала менән әсәһе икәүһе генә йәшәгән. Уны белгәндәр ҡатындың шат күңелле булыуын билдәләй, үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында бер ҡасан да хәбәр йөрөтмәүе тураһында әйтә.
Хәҙер был хәлдән һуң балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм мәктәп уҡытыусыларына ауыр тормош шарттарында булған ғаиләләрҙе контролгә алырға тәҡдим ителде. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгәндәрҙе лә тикшереп сығыу артыҡ түгел.
Ысынлап та, әйҙәгеҙ тирә-яҡтағы кешеләргә иғтибарлыраҡ булайыҡ. Улар күренәме, өйҙәләрме, хәлдәре нисек? Ауылда кешеләр ябайыраҡ, унда күрше-күлән бер-береһен күреп-белеп кенә тора. Ә бына ҡалаларҙа күршеләренең исемдәрен дә белмәүселәр байтаҡ бит. Бер-беребеҙгә саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһаҡ, бындай фажиғәләр кәмер ине.


Читайте нас