Өфө районында крәҫтиән (фермер) хужалығы эшсеһе трактор аҫтында ҡалып һәләк булған.
Был фажиғә 13 сентябрҙә Өфө районының Глумилин һәм Таптыков ауылдары араһындағы баҫыуҙа теркәлгән. “Т-16” тракторы бесән рулонына барып менгән һәм әйләнгән. Һөҙөмтәлә 53 йәшлек ир һәләк булған.
Һәр ерҙә хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Һаҡ булайыҡ!