Әле бала ҡала дауаханаһында тикшерелә, шул иҫәптән психолог ярҙамы ла ала. Аҙаҡ малайҙың артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк. Бөгөн Яңауылға мәрхүмәнең апаһы килгән. Ул Мәскәүҙә йәшәй, малайҙы үҙе менән алып китеүе ихтимал, тип белдерҙе ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары. Башҡа туғандары тураһында әлегә билдәле түгел, атаһы тигән графала ла һыҙыҡ тора.
44 йәшлек ҡатындың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалған тиелһә лә, бындай һығымта яһарға иртәрәк. Хәл төрлө яҡлап тикшерелә.