Интернет селтәрендә гипс өсөн махсус май тәғәйенләгән лаяҡыл иҫерек табип төшөрөлгөн видеояҙма йәшен тиҙлеге менән таралды.
Был хәл менән Төньяҡ Осетияның Тәфтиш комитеты ла ҡыҙыҡһынған һәм тикшереү башлаған, сөнки хәл тап ошо төбәктә, Моздок ҡалаһында булған.
Ҡала дауаханаһындағы хәл 14 сентябрҙә теркәлгән. Табип 8 йәшлек ҡыҙҙы ҡабул иткән, уның бәкәле һынған булған. Травматолог башы менән өҫтәлгә төртөлгән, танау аҫтынан нимәлер мығырлаған... Шулай ҙа баланың атаһын икенсе нәмә сығарынан сығарған: табип баланың медкартаһын асып та ҡарамайынса, гипс өсөн “махсус май” яҙып биргән.
Хайран ҡалған атай видео төшөрөргә керешкән, ә иҫерек табип тәүҙә тыйырға маташһа ла, унан эш урынын ташлап киткән. Тик бында ла күңелһеҙлек көткән: ишекте төртөлә-төртөлә сыҡһа ла, аҙаҡ саҡ тәҙрәне ватмаған, баҫҡыстан да тәнтерәкләп төшкән.
Видео интернет селтәрендә барлыҡҡа килгәс, эскесе табипты эштән ҡыуғандар. Уны яҡлаусылар ҙа табылған. Әйтеүҙәресә – ул шәп травматолог, һөнәренең оҫтаһы, әммә ҡатыны менән айырылышыуҙы ауыр кисерә, шуға “төшөргөләп” ала икән.
Был башҡа һыймаған ҡылығы өсөн эсергә яратҡан табипҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары алдында яуап бирергә тура киләсәк.