Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 23:04

Мәк сәскәһен юҡҡа үҫтермәгәндәр

Учалы ҡалаһының Иманғол урамында урынлашҡан баҡса йортонда...

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Учалы ҡалаһының Иманғол урамында урынлашҡан баҡса йортонда хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 37 һәм 45 йәшлек граждандарҙың наркотик матдәләр эшләп ҡулланыуын асыҡлай.
Тикшереү барышында дүрт пакет мәктең йәшел үҫемлеге һәм асыҡ-көрән төҫтәге шыйыҡса (мәк экстраты) тултырылған шешә тартып алына.
Наркотик матдәләргә экспертиза тикшереүе уҙғарылғас, ике граждан да яуапҡа тарттырыласаҡ.
Читайте нас