Йәмғиәт
17 Сентября 2019, 11:50

Мейе яман шеше билдәләре

Рәсәй клиник онкологтар йәмғиәте эксперты Григорий Кобяков мейе яман шешенең төп билдәләре менән уртаҡлашты.

Фото: Lenta.ruФото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Мейе яман шеше темаһы һуңғы арала көнүҙәккә әйләнде. Бының сәбәбе лә билдәле – әлеге ваҡытта яратҡан актрисабыҙ Анастасия Заворотнюк тап ошо ҡурҡыныс сир менән көрәшә.
Рәсәй клиник онкологтар йәмғиәте эксперты Григорий Кобяков мейе яман шешенең төп билдәләре менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәре буйынса, тәүҙә билдәләр дөйөм була: баш ауырта, ҡайһы ваҡытта ул ҡоҫоуға килтерә, күңел күтәренкелеге төшә һәм аң боҙола башлай.

Бынан тыш ҡул һәм аяҡтың хәрәкәте боҙола, телмәр ауырлаша, хәтер юғала, күреү майҙаны ҡыҫыла. Эпилептик өйәнәк тә яман шешетең аныҡ бер билдәһе.
Бик ҡыҙғаныс, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә мейе шеше сирҙәре йышайҙы. 100 мең кешенең 23-өндә ошо сир бар, йыл һайын илдә 34 мең яңы осраҡ асыҡлана.

Әйткәндәй, мейе яман шешенең иң ҡурҡынысы – глиобластома. Ул шунда уҡ дүртенсе стадия ауырлығында барлыҡҡа килә. Мәғлүмәт сығанаҡтарындағы хәбәрҙәргә ышанһаң, Анастасия Заворотнюкта ла ошо глиобластома. Уны дауалау үтә ауыр булһа ла, һирәкләп кенә тулыһынса һауығыу осраҡтары ла була икән. Шулай булғас, яратҡан актрисабыҙға һауығыу теләйек.

Читайте нас