Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 16:30

Салонға ат килеп ингән

Үтеп барыусылар туҡтап видеоға төшөрөп алған. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, салон эсе тулы ҡан эҙҙәре...

Фото: vk
Фото: vk
Баймаҡ районында үткән шәмбелә «Volksvagen touareg» автомобиле атҡа барып бәрелә. Ат алғы тәҙрәнән инеп, артҡыһынан сығып оса. Малҡай шунда уҡ йән бирә. Машина эсе тулы кеше була. Бәхеткә күрә, бишеһе лә иҫән-һау, тик шофер аҙыраҡ йәрәхәтләнә. Машинаның капоты, бамперы, түбәһе йәмшәйә, тәҙрәләре ҡырыла. Үтеп барыусылар туҡтап видеоға төшөрөп алған. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, салон эсе тулы ҡан эҙҙәре. Баҡтиһәң, эсе йыртылып, ҡарыны тышҡа сыҡҡан бисара хайуандың.


Сит илдең ҡурҡыныс киноларында ғына күҙәтелгән хәл - салонға ат һынлы ат килеп инһен әле! Кешеләрҙең имен ҡалыуы мөғжизәгә тиң, Хоҙай һаҡлаған.
Читайте нас