Беҙҙең Баймаҡ районы дауаханаһында ныҡ шәп балалар хирургы эшләй. Ул – Руслан Буранбаев атлы ир-азамат.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Руслан Миңнулла улы – белемле, итәғәтле табип. Пациенттарҙың һорауҙарына ихлас яуап бирә, иғтибар менән тыңлай, төплө кәңәштәрен әйтә.
Ғәҙәттә, дауаханаға барһаң, белгестең кабинетына инергә баҙнат итмәй тораһың, башыңдан ҡырҡ төрлө уй үтә. Ә инде бала менән табипҡа күренеү – үҙе бер оло мәшәҡәт. Руслан Миңнулла улы кескәй пациенттары менән шунда уҡ уртаҡ тел таба, уның ихласлығына, алсаҡлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Беҙ Руслан Буранбаев кеүек йәштәрҙең үҙенең тыуған төйәгенә эшкә ҡайтыуын бик хуплайбыҙ, “Өфө кеүек ҙур ҡалаға эшкә китеп бармаһын инде” тип теләйбеҙ.
Руслан Миңнулла улына ихлас рәхмәтебеҙҙе еткереп, яуаплы, изге эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай ябай, игелекле булып ҡалығыҙ! Һеҙҙең кеүек табиптар күберәк булһын.