Йәмғиәт
17 Сентября 2019, 06:34

Өйҙәге кеүек мөхит

Ҡунаҡтарға әҙерләгән кеүек тәмле.

Ҡунаҡтарға әҙерләгән кеүек тәмле.


Хәҙерге кафеларҙа эшләүселәр күптәрҙең үҙҙәренә көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү, яҡындары, дуҫ-иштәре менән аралашыу, әммә шул уҡ ваҡытта өйҙәге кеүек мөхиттә тамаҡ ялғап алыу өсөн килгәндәрен бик яҡшы тойомлай. Шуға күп кенә осраҡта япон сушиһына, итальян пиццаларына түгел, ә ҡәҙимге ябай аш, билмән кеүек урындағы халыҡ яратҡан ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүҙәре юҡҡа түгел.


Заман дөйөм йәмәғәт туҡланыу ойошмалары етәкселәре “йорт кафеһы”н булдырырға тырыша. Ә ул иһә йәштәргә, ғаиләләргә, өлкәндәргә лә оҡшай, сөнки бындай кафе – көндәлек тормош шау-шыуынан, транспорт тауышынан, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләр ағымынан бер аҙ “ҡасып”, ял итеү урыны ла.


Саҡмағош районының Балтас ауылындағы “Йәшлек” кафеһын да тап шундай, тип әйтергә мөмкин. Ундағы аҙыҡ-түлек үҙенсәлекле, тәмле һәм үтемле. Ә былар­ҙың барыһында ла кондитерҙар Гөлназ Йыһаншинаның һәм Нәзирә Насибуллинаның өлөшө бик ҙур. Шуға Саҡмағошта булһағыҙ, ошо кафены урап үтмәгеҙ.
Читайте нас