Бөгөн иртән Дәүләкәндә янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр йүнәлә, арттарынан полиция, газ хеҙмәте вәкилдәре һәм табиптар бара.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йортто тулыһынса төтөн баҫа. Ул бер ҡатлы, дүрт хужаға тәғәйенләнгән. Янғын һөҙөмтәһендә стеналар һәм соландың түбәһе янып сыға.
Таң менән тоҡанған уттың эҙемтәләре күпкә насар булыуы ихтимал ине, сөнки был ваҡытта фатирҙа өс бала йоҡлап ятҡан. Туғыҙ һәм дүрт йәшлек малайҙар, ете йәшлек ҡыҙ фәҡәт янғын һүндереүселәрҙең оҫталығы, тиҙ эшләүе арҡаһында ғына ҡотҡарыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә иҫкәртә: ут сығыу менән янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға кәрәк. Үҙаллы саралар күреүҙән ҡиммәтле ваҡыттың ҡулдан ысҡыныуы бар.