Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2019, 01:15

Эльбрусты яулаған!

Күҙҙәре күрмәгән көйө...

Вадим Черноноговтың шәхси архивынан.
Вадим Черноноговтың шәхси архивынан.
Бар бит көслө рухлы кешеләр! Һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан, институт тамамлаған, альпинизм менән шөғөлләнгән, үҙендә түҙемлек, сынығыу тәрбиәләгән кеше һоҡланыу тыуҙыра тип әйтеү генә аҙ.
Ростовтағы альпинистар клубына Вадим Черноногов дуҫы менән килә, бында егетте ситкә типмәйҙәр, киреһенсә, инвалидҡа ҙур иғтибар бүләләр. Эштән һуң күнекмәләр башлана, велотренажерҙа шөғөлләнеү, беренсе ҡаттан туғыҙынсы ҡатҡа тиклем йүгереү...
Тәүге походҡа ул ике инструктор менән бара. Улар егеттең “күҙҙәре” лә, ҡаршылыҡтарҙы иҫкәртеүселәре лә, маршрутты билдәләүселәре лә була. Ныҡыш альпинист махсус ҡорамалдар менән файҙаланырға, таштар буйлап үрмәләргә өйрәнә. Матурлыҡты күрмәһәм дә, мин уны йөрәгем менән тойҙом, ти ул Кавказдағы Фишт тауына менгәндән һуң. Бер-бер артлы бейеклектәр яулана: Казбек, Эльбрус...
Әммә ул яуланғандар менән генә туҡталырға уйламай, хыялда – Антарктида! Инвалидтарға яңы мөмкинлек биргән, ышаныс тыуҙырған альпинистар клубына 44 йәшлек ир бик рәхмәтле.
Читайте нас