Некрасов күперендә бер ҡатындың үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, эргәһендә булмаған ирен әрләй-әрләй, ҡыҙҙарын этә-төртә барыуына иғтибар итәләр. Кешеләр уны туҡтатырға тырышып, балаларҙы яҡларға ынтылһа, әсә сабыйҙарҙы эләктереп, эстакада яндауыры аша ырғыта. Ҡатындың сәсенән эләктереп туҡтатырға тырышалар, уға хатта ирҙәрҙең дә көсө етмәй.
Полицейскийҙар әсә кешене көс-хәл менән ҡулға ала. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡатын психиатрҙа иҫәптә торған. Бәхеткә күрә, ҡыҙҙар иҫән ҡалған, әммә улар ныҡ йәрәхәтләнгән.