Бөгөн республикала көслө дауыл һөҙөмтәһендә 36 меңдән ашыу кеше йәшәгән 158 тораҡ утһыҙ ҡалды.
Көслө ел электр бағаналарын ауҙарған, электр селтәренә ҙур зыян килтергән. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бөтә саралар күрелә, тип белдерҙеләр Башҡортостан электр селтәре компанияһының матбуғат хеҙмәтендә. Был эшкә 139 бригада йәлеп ителгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республиканың биш ҡалаһында һәм ун районында көслө ел арҡаһында ағастар, рекламалар, автобус туҡталышы будкаһы ауған, бина ҡыйыҡтарына, автомобилдәргә зыян килтерелгән.