Йәмғиәт
19 Сентября 2019, 10:51

Апаһының ғүмерен ҡыйған Айнурҙы дауаханаға оҙатырҙармы?

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы Lingualeo сит ил телдәрҙе өйрәнеү ҡушымтаһын уйлап тапҡан 35 йәшлек Айнур Абдулнасировтың эшен судҡа ебәргән.

hse.ruhse.ru
hse.ru
Дүртөйлө район-ара прокуратураһы Lingualeo сит ил телдәрҙе өйрәнеү ҡушымтаһын уйлап тапҡан 35 йәшлек Айнур Абдулнасировтың эшен судҡа ебәргән.


Ғәйепләнеүсегә психиатрия стационарында дауаланыу янай. Тикшереүселәр фаразлауынса, 2 майҙа Айнур Дүртөйлө районында йәшәгән әсәһе янына ялға ҡайтҡан, апаһы менән һүҙгә килгән һәм уны бысаҡ менән сәнсеп үлтергән.


Айнур Абдулнасиров – уңышлы йәш эшҡыуарҙарҙың береһе. Ул ойошторған бизнес 2014 йылда интернет миллионерҙары араһында табышы буйынса 81-се урында булған.


Тәфтишселәр енәйәтсенең апаһы психик сирҙән яфаланған, ҡылыҡтары өсөн яуап бирмәгән, тигән һығымта яһағайны. Әле килеп Айнурҙа ла шундай диагноз ҡуйылыуы мәғлүм булды.



Читайте нас