Билдәле модель Ирина Шейк (Шәйхелисламова) - республикабыҙ ғорурлыҡтарының береһе.
“Мине модель булып тыуған тип уйлайһығыҙмы? 20 йәшемдә генә ҙур подиумға беренсе тапҡыр ныҡлап сыҡтым, уның буйлап хатта матур итеп атлай ҙа, инглизсә лә иркенләп һөйләшә белмәй инем. Әммә көн һайын һөнәрем буйынса иң яҡшыһы булараҡ танылырға тырыштым. Ә хәҙер билдәлелек яулау өсөн моделдәргә сибәрлек кенә етмәй, маҡсатлы, тырыш, белемле булыу ҙа кәрәк. Өҫтәүенә ул халыҡ менән дә яҡшы мөғәмәлә итә белергә тейеш, сөнки модель – ул шәхес тә”, – тип яҙған үҙенең сәхифәһендә тотош донъяға танылған башҡорт тамырлы модель.
Шулай итеп Ирина егерме йәшендә Парижда эшләй башлаған. Әммә ул тыуған яғын бер ҡасан да онотмай.
“Ҡәҙерле атайымды бик иртә юғалттыҡ. Мине һәм апайымды аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәйем бер түгел, өс эштә тир түгә ине. Шуға уға, апайыма ярҙам итеү өсөн модель булырға ҡарар иткәйнем. Тәүге эш хаҡыма әсәйемә күлдәк һатып алдым һәм фатирыбыҙға ремонт эшләттек”, – тип хәтерләй Ирина Шейк.
Супермодель үҙ өләсәһе Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙы Шәйхелисламова тураһында һәр саҡ йылы хәтирәләр яҙа, сөнки тап ул әсәһе эшләгән саҡта ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк-таяныс була.
Сибайҙа йәшәгән ошо өләсәһе 91 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡайны. Ул 19 ғына йәшендә үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Бына ошондай ҡыйыу кешенең ейәнсәре лә үҙе кеүек батыр, матур булып буй еткергән.
“Өләсәйем менән ғорурланам” тип яҙа һәр саҡ Ирина һәм уны һағыныуын белдерә. Интернет селтәрендә моделдең ҡасандыр өләсәһе менән төшкән фотоһы бар. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.