Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2019, 12:40

Рапс ашап мал үлә

Малдың рапс ашап ағыуланыу осраҡтары теркәлгән. Мәҫәлән, Таулыҡай ауылында кисә бер быҙау, бөгөн таңға бер һыйыр ағыуланып үлгән.

“Бәйләнештә” социаль селтәренән.
“Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Баймаҡ районы ауылдарында малдың рапс ашап ағыуланыу осраҡтары теркәлгән. Мәҫәлән, Таулыҡай ауылында кисә бер быҙау, бөгөн таңға бер һыйыр ағыуланып үлгән.
Рапс сәскә атҡанға тиклем мал өсөн артыҡ ҡурҡыныс тыуҙырмай, сәскә атып, орлоҡланған мәлендә унда токсик матдә – кротонилов гликозиды (гәрсис майы) барлыҡҡа килә. Һыйыр малы өсөн рапсты тәүлегенә 35-40 килограмм ашау үлемесле доза һанала.
Был осраҡта нимә тип әйтергә? Һәр кем мал-тыуарҙы ғаиләм етеш йәшәһен, өҫтәлдә ит-май кеүек хәләл ризыҡ булһын тигән изге маҡсатта аҫрай. Әммә малға ҡарата ла иғтибарлы булыу, уны ваҡытында алып ҡайтып кәртәгә ябыу, төнгөлөккә яланда ҡалдырмау зарур.
Читайте нас