Йәмғиәт
19 Сентябрь 2019, 16:36

Сағыштырмаса яңы булһа ла...

Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури урамындағы 16 ҡатлы элиталы йорт емерелә башлаған.

Б. Беляев фотоһы.Б. Беляев фотоһы.
Б. Беляев фотоһы.
Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури урамындағы 16 ҡатлы йорт емерелә башлаған.
Тышҡы яғынан кирбестәре ҡойолоп тора, стена буйлап ярыҡ барлыҡҡа килгән. 54-се һанлы был йортта 201 фатир, төҙөлөү ваҡыты ла сағыштырмаса күп түгел – 20 йыл.
Йорт тулыһынса емерелеп ҡуйһа, тип унда йәшәүселәр ҡурҡыуға ҡалған һәм Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына мөрәжәғәт иткән.
Ведомство етәксеһе Борис Беляев шәхсән килеп ҡарап сыҡҡас: «Кисекмәҫтән емерелеүҙе туҡтатыу сараларын күреү кәрәк, бының өсөн эксперттар тикшереү үткәреп, һығымта яһарға тейеш. Шуның буйынса эште ойошторорбоҙ», – тип белдергән.
Читайте нас