Әле күптән түгел ҡайтҡанымда, сүп-сар сығарыу өсөн түләү ҡағыҙҙары килеүен күреп, аптырап киттем. Атай-әсәй мәрхүм булғанға 11 йыл ваҡыт үтте, ул өйҙә бер кем дә йәшәмәй, йәшәү урыны булараҡ бер кем дә теркәлмәгән. Район үҙәгендәге белгестәр: “Кеше үлгәнме, юҡмы, беҙҙе ҡыҙыҡһындырмай, өй торғас, түләргә тейешһегеҙ”, – тип яуапланы.