Ҡатын йылдан ашыу элек юғалған ташбаҡаһын үҙ өйөнән бер нисә квартал йыраҡлыҡта табып алған.
Был хәл Бөйөк Британияла булған. Кэтрин Пейнтер (Catherine Painter) яратҡан йорт хайуанын юғалтҡан. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, ул табылмаған.
Ул арала Беркшир графлығында бер кешеләр баҡсаларында ташбаҡа табып алып, Королеваның хайуандарҙы һаҡлау ойошмаһына хәбәр иткән. Артабан ташбаҡа хайуандарҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә эләккән. Бында һәр хайуан тураһындағы мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыралар. Тап ошо ысул менән ташбаҡаның хужаһы табылған да.
Кэтрин Пейнтер власть органдарына Сибилла (Sybil) исемле ташбаҡаһының бынан 15 ай элек өйҙән сығып киткәнен белдергән. Иң ҡыҙығы – Пейнтер ташбаҡа табылған баҡсанан бер нисә кварталда ғына йәшәй. Хужабикә хайуанын панцирендәге табынан таныған.
Кэтрин Пейнтер Сибилланы үҙәктән өйөнә алып ҡайтҡан. Ҡасырға яратҡан ташбаҡаға ул чип ҡуймаҡсы. Әйткәндәй, ҡатындың йортонда Сибилланан башҡа тағы дүрт ташбаҡа бар.