Өфөлә дүрт ай элек юғалған Эльвира Туҡтағолованы эҙләүҙе туҡтаттылар. Бәхеткә күрә, ул табылған, иң мөһиме, иҫән.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: ҡатын быйыл 29 майҙа магазинға сыҡҡан еренән юҡ булғайны. Тик быға тиклем ҡайҙа булыуы, нисек табылыуы тураһында хәбәр ителмәй.
Айҙар, йылдар үткәс, ниһайәт, табылды,тигән хәбәр йәнде йылыта. Бындай бәләгә тарыусыларға, өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, тип әйтке килә!