Баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡы “Управдом” йыйынында үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы көн үҙәгенә сығарҙы.
Улар араһында идара итеүсе ойошмалар эшмәкәрлеге, ремонтланған подъездар һәм ихаталарҙы төҙөк килеш һаҡлау, вандалдарҙы асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу, сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу һәм башҡалар булды.
Сарала райондың әүҙем кешеләре, күп фатирлы йорттар советы рәйестәре, идара итеүсе компаниялар, ҡала властары, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Форумды Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Марат Ғәйнуллин алып барҙы. Төп доклад менән “Орджоникидзе районы УЖК-һы” директоры Артур Шагаргазин сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, республика граждандары уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн республикала төрлө программалар эшләй. Ул “Башҡортостан ихаталары” һәм районда эшләгән “Ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү” программаларына айырым туҡталды.
Кешеләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Шулай уҡ район хакимиәте башлығына, полиция вәкилдәренә, идара итеүсе ойошмаларға ла һорауҙар бар ине.