...Сөнки улар ирҙәренең ғәйепһеҙ булыуына ышана. Һүҙебеҙ Өфөнө былтырҙан бирле шаулатҡан тәүтикшереүсе ҡыҙ һәм өс полиция етәксеһе тураһында. Гүзәл уларҙы төркөмө менән мәсхәрәләүҙә ғәйепләгәйне.
Был тарихҡа октябрҙә бер йыл тула инде, ә асыҡлыҡ һаман индерелмәгән. Тәүҙә һаҡ аҫтында ултырған полиция хеҙмәткәрҙәре, әле судтар башланғас, өйҙәге һаҡ аҫтына ҡайтарылғайны. Ошо көндәрҙә "Башҡортостан ДТРК”һы уларҙың өйҙә нисек йәшәүҙәрен барып күргән.
Шулай итеп элекке полиция полковнигы Эдуард Матвеев 33 йыл бер туҡтауһыҙ хеҙмәттән һуң, быйылғы йәйҙе тәүге тапҡыр өйөндә үткәргән. Ике тапҡыр олатай булған кешенең бындай енәйәттә ғәйепләнеүенә ышанырлыҡ та түгел. Әле ултырыштар араһында ул ҡатынына хужалыҡ буйынса ярҙам итә.
Элекке полиция майоры Павел Яромчук та ошоғаса даими эш менән булып ғаиләһенә артыҡ ярҙам итә алмаған. Хәҙер иһә ул һәр ваҡыт улы һәм ҡыҙы янында, шәхси йортоноң ихатаһында улар менән ваҡыт уҙғара.
Элекке подполковник Салауат Ғәлиев хужалыҡ эштәрен тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Ул да ҡатынына әүҙем ярҙамлаша. Эйе, был ирҙәрҙең ҡатындары уларҙы ташламаған, ирҙәренә ышаналар һәм һәр яҡлап ярҙам итәләр.
Ә бына тәүтикшереүсе ҡыҙҙың тормошо нисек үҙгәргәндер, асыҡлап булмай. Ул журналистар менән аралашмай. Билдәле булыуынса уны ла, ирҙәрҙе лә Эске эштәр министрлығы системаһынан ҡыуғайнылар.