Дәүләт Думаһы Рәсәй һалым кодексына ошондай өҫтәмә индерҙе. “Тәбиғәт ғәрәсәттәре арҡаһында үҙенең берҙән-бер торлағынан мәхрүм ҡалған кешегә ярҙам рәүешендә бирелгән аҡсанан һалым тотолоуы ғәҙелһеҙ күренеш”, – тине Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин.
Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгәнме ул, хәйриә аҡсаһымы, ойошманан ҡаралған матди ярҙаммы, торлаҡ сертификатымы – льгота бөтә төр ярҙам сығанаҡтарына ла ҡағыла. Был ташлама Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә генә түгел, 2019 йылдың башынан тәбиғәт ғәрәсәттәре арҡаһында йәшәр урынһыҙ ҡалған бөтә граждандарға ҡағыла.