Башҡортостанда беренсе ҡар ҡасан көтөлә беләһегеҙме? Был ялдарҙа уҡ. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн циклон республика сиктәрен ҡалдырып китә, тимәк төштән һуң ел тымасаҡ. Әммә һыуыта һәм ҡар килә.
Ял көндәре һиҙелерлек һалҡын буласаҡ. Төндә 0, +5 градус, көндөҙ +4, +10 градус ҡына йылы көтөлә. Республиканың төньяҡ райондарында ямғырҙар кәмейәсәк.
Шәмбе ямғыр яуһа, йәкшәмбе ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киләһе аҙна башында ҡарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Сентябрь үтеп тә өлгөрмәне, ә ҡыштың һулышы тойола ла башланы.