Йәмғиәт
19 Сентября 2019, 19:47

Уғрылар халыҡты "хәстәрләй"

Магазиндарҙы талап...

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Урамда көҙ, әммә уғрылар әле үк ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә башлаған. Юҡ, улар үҙҙәренә йылы кейем һатып алмай, киреһенсә, магазиндарҙан ҡиммәтле тун урлай.


Башҡортостан буйлап бер нисә магазинды талап та өлгөргәндәр. Дөйөм зыян күләме 2,5 миллион һум тәшкил итә. Әле уғрылар шул урланған тундарҙы Башҡортостан ҡалалары буйлап сабып йөрөп кешеләргә тәҡдим итә икән.


Асыҡланыуынса, енәйәтселәр республика буйлап еңел автомобилдәрҙә хәрәкәт итә. Төнгө ваҡытта улар магазиндарға инеп, иң ҡиммәтле тундарға айыу майы һөрткән. Ҡараҡтарҙың сауҙаһы яҡшы ҡуйылған, күрәһең, тундар тиҙ арала үҙ хужабикәләрен тапҡан.


Тик бына Нефтекама ҡалаһы магазиндарының береһенән урланған затлы әйберҙәрҙе генә халыҡҡа осороп өлгөрмәгәндәр.


Ҡараҡтарҙың береһе – Өфөнән, ҡалған өсәүһе күрше Екатеринбург ҡалаһынан булыуы асыҡланған.
Читайте нас