Йәмғиәт
19 Сентября 2019, 19:08

Һуйыу цехында зыян күрә

35 йәшлек ирҙең уң ҡабырғаһына бысаҡ ҡаҙала...

Фото: anvisel.ruФото: anvisel.ru
Фото: anvisel.ru
Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Мәләүез ҡалаһының «Хладобойня Строгонов» компанияһында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү башлаған: унда бер хеҙмәткәр ауыр тән йәрәхәттәре алған.
14 сентябрҙә һуйыу цехында сусҡа итен эшкәрткәндә 35 йәшлек ирҙең уң ҡабырғаһына бысаҡ ҡаҙала. Зыян күреүсе хеҙмәткәрҙе Мәләүез район үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар.
Әле был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, ғәйепләнеүселәр һәм хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас