Ҡыҙҙарыбыҙ менән ҡала паркында йөрөйбөҙ. Көтмәгәндә ҡатыным менән бергә эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы, республикала ярайһы билдәле ҡатын осраны.
– Уй, күгәрсенкәйҙәрем, һеҙҙе лә күрер көн бар икән. – Унан балаларыбыҙҙы ҡосағына ҡыҫып, дөпөлдәтеп һөйҙө лә исемдәрен төпсөндө.
– Минең исемем – Алтынай, – тине ғорурлыҡ менән өлкәне.
– Ә минеке – Таңсулпан, – тип тәтелдәне бәләкәсе.
– Әләл-ә-ә-ә-лә, исемдәрегеҙ ҡалай матур, тәүфиҡлы булып үҫегеҙ! Үҙҙәре хас ауылдағы һымаҡ матур итеп башҡортса һөйләшә бит әле. – Унан таныш апай, берсә миңә, берсә ҡатыныма һынамсыл ҡарап:
– Тфү-тфү, күҙ теймәһен, ҡыҙҙарығыҙ бигерәк һылыу бит әле, – тине. – Икегеҙгә лә оҡшамағандар…