Йәмғиәт
21 Сентябрь 2019, 18:00

Бәшмәк тип башты юғалтырға мөмкин...

Иглин районында тотош ғаилә аҙашҡан.

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Иглин районында бәшмәк йыйырға барып, тотош ғаилә аҙаша.
Ләмәз ауылынан йыраҡ түгел урынға ирле-ҡатынлы балаһын алып, ҡартатайҙы ла эйәртеп, бәшмәккә китә.
Табыш күп булғандыр инде, күрәһең, әүрәп китеп, 72 йәшлек оло кеше аҙаша. Ҡалғандар уны эҙләп китә һәм үҙҙәре лә юлдан яҙа.
Бәхеткә күрә, телефондары үҙҙәре менән була. Ҡотҡарыусыларға шылтыратып ярҙам һорайҙар. Баҡтиһәң, ҡалдырып киткән машиналарынан һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡҡа уҡ киткән булғандар.
Һәр ерҙә һаҡлыҡты, иғтибарҙы юғалтмаһаҡ ине.
Читайте нас