Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2019, 18:33

Беҙҙекеләр һынатамы инде!

Коляскала хәрәкәт итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ конкурсында яҡташтарыбыҙ юғары баһа алды.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Новосибирск ҡалаһында үткән коляскала хәрәкәт итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың Бөтә Рәсәй "Мисс Интеграция" матурлыҡ конкурсында беҙҙекеләр юғары баһа алды.
Өфө ҡыҙы Диана Рәхмәтуллина "Мисс Стиль" титулына лайыҡ булһа, Стәрлетамаҡтан Гүзәл Бакирова "Мисс Бойондороҡһоҙлоҡ" номинацияһында билдәләнгән. Афарин, ҡыҙҙар!
Улар Мәскәү, Сорғот, Железногорск, Красноярск, Томск, Новотроицк, Ырымбур, Ярославль һәм Ҡазан ҡалаларынан килгән 14 ҡатын-ҡыҙ менән алты көн дауамында көс һынашҡан.
Читайте нас