Өфө ҡалаһының Калинин районынан бер ир оҙаҡ йылдар ике бүлмәле фатирын сүп-сар, теләһә ниндәй әйберҙәр менән тултырған.
Йәшәгән урыны антисанитария хәлендә булһа ла, уны йыйыштырырға, тәртипкә килтерергә уйламаған да. Фатирҙан һаҫыҡ еҫ сыҡҡанлыҡтан, күршеләре уға йыш ҡына таҙалыҡҡа өндәп мөрәжәғәт иткән. Тик ир уларҙың үтенесенә ҡолаҡ һалмаған, урамдан сүп-сар ташыуын ғына белгән.
Түҙемлеге бөткән күршеләр бер көн торлаҡ-комуналь хужалығына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ә күп ҡатлы йорттоң идарасы компанияһы аңламаған ирҙе судҡа биргән. Суд ҡарарына ярашлы, хужа бер ай эсендә фатирын сүп-сарҙан таҙартып, тәртипкә килтерергә тейеш була. Әммә ир быны инҡар итә. Шуға ла фатирҙы сүп-сарҙан таҙартыуға коммуналь хужалыҡты йәлеп итәләр.
Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре контроле аҫтында фатир тәртипкә килтерелә, унан сүп-сар сығарыла.