Башҡаларҙың эш хаҡы, пенсияһы менән ҡыҙыҡһынмаған кеше һирәктер ул. Бигерәк тә билдәлеләрҙең күпме аҡса алыуы эстән булһа ла уйландыралыр.
Мәҫәлән, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Алла Пугачеваның пенсияһы 47 мең һум булыуы хаҡында яҙалар. Ошо суммаға “СССР-ҙың халыҡ артисы” тигән исеме өсөн өҫтәмә лә инә. Йырсы пенсияһының күп өлөшөн мәрхәмәтлек өсөн тотона икән.
Күп аҡса алып та, зарланып йәшәгәндәр ҙә бихисап. Алған ҡулдан биргәне яҡшыраҡ тигәндәй, булғанды ҡыҙғанмау, йомартлыҡ үҙеңә күберәк булып әйләнеп ҡайталыр ул. Бәләкәй генә аҡсаға ла гөрләтеп донъя көткән кешеләр бар бит. Эш хаҡының, пенсияның бәрәкәте булһын!