Йәмғиәт
22 Сентября 2019, 14:14

“Ирәмәл”гә ниңә үткәрмәгәндәр?

Сауҙа-күңел асыу урыны тигәс тә...

Фото: fireproff.ruФото: fireproff.ru
Фото: fireproff.ru
"Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексында ҙур ғына төркөм араһында ыҙғыш булған. Был хәлде шаһиттар төшөрөп социаль селтәргә һалған.
Видеояҙмала унлаған кешенең төрткөләшеүе, ҡайһыларының иҙәндә йығылып ятыуы, бер урында өймәкләшеп тороуы күренә. Үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауға оҡшап тора.
Эске эштәр министрлығы хәлгә аныҡлыҡ индерҙе: эскән ир-егетте комплекс һаҡсылары эскә үткәрмәгәс, ыҙғыш башланып киткән икән. Яҡшылап тыйғанды аңламаған иҫерек әҙәмдәр, алға үтергә теләп, йоҙроҡтарын эшкә еккән.
Һөҙөмтәлә һуғыш суҡмарҙарының барыһын да полиция участкаһына алып киткәндәр.
Читайте нас