Төндә ике ир Әбйәлил районының Дәүләт ауылы эргәһендәге Сыбаркүлгә балыҡ ҡармаҡларға килә.
Көслө киҫкен ел сәбәпле бер балыҡсының кәмәһе түңкәрелә. Ир тырышып-тырмашып көс-хәл менән һыуҙан сыға ала. Икенсе кәмәләге иптәше күҙ уңынан юғала.
Эҙләү эшенә ҡотҡарыусылар ебәрелә. Ҡараңғы булғанлыҡтан, операция ҡатмарлаша, әммә балыҡсыны эҙләп табып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшыралар.
Кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға яҙмыштарын арнаған ҡотҡарыусы ир-егеттәргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!