Ярыштарҙа яҡташтарың өсөн “сирләү” беҙҙә изге йолаға әйләнгән.
Нуриман район мәҙәниәт йортонда баянсы булып эшләгән Рафак Хәйруллин менән Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, шулай уҡ Нуримандың Иҫке Күл ауылы балаларына ошо милли уйын ҡоралында уйнау серҙәрен өйрәткән Илшат Ишморатов спортта барыһын да алдан әйтеү мөмкинлегенең булмауын әйтте, әммә нуримандарҙың алдынғылыҡҡа сығырына ышаныс белдерҙе.
Әйткәндәй, Нуриман районы хакимиәте башлығы кубогына ярыштарҙа Айгиз Сирғәтуллин алдынғылыҡты бирмәне. Егеттең “Резвый” ҡушаматлы юртағы был юлы ла һынатманы!