Йәмғиәт
22 Сентября 2019, 15:06

Тағы ла бахила хаҡында

Ниңә ул барлыҡ медицина учреждениеларында ла бушлай бирелмәй? Бахилаһыҙ килгәнһегеҙ тип, һеҙҙе табипҡа индермәүҙәре ихтималмы?

Фото: Moigorod.onlineФото: Moigorod.online
Фото: Moigorod.online
Поликлиникаға барғас, коридор иҙәндәрен бысратмаҫ өсөн аяҡҡа бахила кейергәме, юҡмы?
Әлбиттә, медицина учреждениеһына урамда йөрөгән бысраҡ аяҡ кейеме менән килеп инеү эш түгел. Быны пациенттар ҙа яҡшы аңлай.
Әммә халыҡ дауаханаларҙың бахила һатып аҡса эшләүе менән риза түгел. Социаль селтәрҙәрҙә лә, поликлиникаларҙа ла был хаҡта бәхәстең тынғаны юҡ, сөнки ҡайһы бер медицина учреждениеларында ул бушлай бирелһә, икенселәрендә һатыу автоматтары эшләп тора.
Санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре һәм нормаларына ярашлы, медицина ойошмаларында бахилалар бушлай бирелергә тейеш. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатма биреп, бәхәскә нөктә ҡуйғайны.
Дауаханала бахила һатып алыу мәжбүри түгел. Һәр хәлдә, бахилаһыҙ килгәнһегеҙ тип, һеҙҙе табипҡа индермәҫкә бер кемдең дә хаҡы юҡ.
Читайте нас